Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев ижадында ер мәсьәләһе.
Был донъяға килгән һәр бер кеше үҙ ғүмере менән йәшәй, үҙ тормошон үҙе күрә, яҙмышын үҙе үтә. Кемдәрҙер үҙ яҙмышы барышында күп изгелектәр эшләй, донъяны матурлай, үҙе лә бәхетле, башҡаларҙы ла бәхетле итә. Шуға ла уның исеме тарихта , кешеләрҙең һәм туғандарының хәтерендә ҡала. Үкенескә ҡаршы был донъяла кешеләргә насарлыҡ эшләп, күп зыян килтереп йәшәүселәр ҙә күп.
Заман үҙгәрә, алға тәгәрәй бара. Шунлыҡтан кешелек донъяһы ла , уның канундары ла үҙгәрә. Кеше үҙ тормошонда иң элек хәҙерге заман менән йәшәй, киләсәккә өмөт менән ҡарай, ә тик ошо киләсәктең үткән заманға ҡарап, фәһем алып йәшәүҙең кәрәклеген ни өсөндөр уйлап бөтөрмәй. Беҙ шул үткән заман хазинаһын һаҡлаһаҡ, тарихын күберәк белһәк, бөгөнгө көнөбөҙ тағы ла байыраҡ , ә киләсәгебеҙ бөгөнгөнән дә матурыраҡ булыр ине.Һәр халыҡ үҙенең тарихи үткәне , ҡаҙаныштары, милли батырҙары, күренекле шәхестәре менән ғорурлана.
Күренекле мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев “һәр халыҡта үҙенең Карамзины кәрәк” – тип яҙған ине. Ул үҙе лә башҡорт халҡының “Карамзины” түгелме һуң? Карамзин Рәсәй дәүләтенең тарихын, рухи байлығын өйрәнеп ғилми эштәре менән билдәле булһа, М.Өмөтбаев үҙ халҡының алдынғы ҡарашлы, белемле ғалим булараҡ та, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы абруйлы вәкил булараҡ та һәм иң мөһиме, үҙенең белемдәрен , ғилми эшмәкәрлеген киләсәк быуынға еткереүсе булараҡ та танылған кеше. М.Өмөтбаев тормошто бөтә яҡлап та әҫәрҙәрендә күрһәтергә тырыша. Поэтик әҫәрҙәрендә феодализмға, дингә ҡаршы йүнәлтелгән мәғрифәтселек ҡараштары сағыла. Әҫәрҙәрендә өгөт-нәсихәтселек тә урын ала. Халыҡ яҙмышы , тәбиғәт һәм кеше, уның йәмғиәттәге урыны тураһында уйланыуҙар, философик ҡараштары сағыла. Намыҫлылыҡ, ғәҙеллек, тоғролоҡ, шәфҡәтлелек кеүек юғары әхлаҡ сифаттарын данлау ҙа, уларҙың киреһен тәнҡитләү ҙә бар уның ижадында.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевты туған халҡының яҙмышын ҡайғыртыусы, уның ҡайғыһын һәм шатлығын да уртаҡлашып йәшәгән патриотик ҡарашлы шәхес тип атау дөрөҫ булыр. Тарихты , мәҙәниәтте, этнографияны өйрәнеүҙән тыш ул ваҡиғаларға, йолаларға, ер-һыу мәсьәләләренә дөрөҫлөк күҙлегенән ҡарап баһа бирә. Мәҫәлән, шағир башҡорттарҙың Рус дәүләтенә ҡушылыуҙы хуп күрә, фәни асыштарға , тормоштоң алға барыуына шатлана.(“Үткән ғүмер-ҡалған хәтер”). “Йомран иле” кеүек шиғырҙарында халыҡ тормошо, яҙмышы, тыуған тәбиғәтенең гүзәллелеге, ҡабатланмаҫ бай булыуы шағирҙа ғорурлыҡ тойғолары уята.
Бында ерҙең ниғмәттәре,
Хуш еҫле шиңмәҫ гөлдәре,
Тынғы белмәҫ урман шауы,
Алтындай көн һәм төндәре.
Әммә шағирҙы борсоған һорауҙар ҙа бик күп. Был һорауҙар уйланырға, хәсрәтләнергә мәжбүр итә. Халыҡтың үҙе биләгән ерҙәренең башҡа милләт халыҡтарына һатылыуы, батша ярандары тарафынан тартып алыныуы, колонизаторҙарҙың тәбиғи байлыҡтарҙы вәхшиҙәрсә талауы – бөтәһе лә шағирҙы борсомай ҡалмай. Был проблемаларҙың барлыҡҡа килеүе ҙур фәжиғәгә килтереүен ул һис шикһеҙ аңлай.
Көйөрһөң һәр тирәк өсөн,
Табалмаһаң кәрәк өсөн,
Бөгөн, ахыр ярағы өсөн,
Көйөрһөң, булһаң ирҙәрҙән.
Был шиғырҙа шағир матурлыҡ менән яуызлыҡты, ябай халыҡ менән байҙарҙы ҡапма ҡаршы ҡуя. Һәм башҡорт халҡының бөлгөнлөккә төшөүен асыҡтан асыҡ күрһәтә һәм был тигеҙһеҙлекте фашлай, байҙарға ҡарата нәфрәт тойғолары уята. Ер мәсьәләһенә ҡағылған , уның асылын халыҡҡа еткергән шиғыры “Шикәйәт” тип атала. Был шиғырҙы әҙәбиәттә иң беренсе колониаль иҙеүгә ҡаршы булған шиғыр тип иҫәпләргә лә мөмкиндер. Шиғырҙа иң ҙур проблемаларҙың береһе – ер проблемаһы асыла. Был проблема бөгөнгө көндәрҙә бигерәк тә киҫкен тора шикелле. Ни өсөн тигәндә, сәйәсәт күҙлегенән ҡарағанда ерҙәр сит ил кешеләренә һатыла, завод-фабрикалар ҙа ерле халыҡ ҡулынан сит регион кешеләренә күсә. Иң аяныслыһы- тәбиғәт байлыҡтары бер ниндәй ҙә тотҡорлоҡһоҙ юҡҡа сыға. Бында шундай миҫалдар килтерергә мөмкин: урмандарҙа йөҙйәшәр ҡарағайҙар ҡырҡылып сит илдәргә оҙатыла, бер-нисә йыл элек шаулап ултырған урмандар урынында бушлыҡ тороп ҡала. Нефть сығарыу алға киткән булыуға ҡарамаҫтан, тәбиғәт сәнәғәт сығарған бысраҡтан юҡҡа сыға. Бик күп күлдәр айырым кешеләрҙең шәхси байлығына әйләнеп бара.
Бөгөнгө көндә лә М.Өмөтбаев кеүек кешеләрҙең булыуы, уларҙың ерҙе һаҡлау, тәбиғәтте ҡурсалау өсөн оран һалыуҙары талап ителә. Шуны әйтергә кәрәк: кеше үҙе өсөн йәшәгәндә лә киләсәк тураһында уйларға, ҡайғыртырға, ҡулынан килгәнде эшләргә тейеш. Бигерәк тә был йәһәттән закондарҙа киҫкен рәүештә яуаплылыҡты көсәйтергә кәрәктер. Йәш быуында тәбиғәтте һәҡлауҙы ғына тәрбиәләү түгел, шул рәттән ата- бабаларҙың тыуған төйәген - башҡорт халҡының ере итеп һаҡлауҙы ла тәрбиәләргә кәрәктер.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев башҡорт әҙәбиәте, мәҙәниәте тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы, халҡына һәм иленә ҙур хеҙмәт күрһәтте. Уның әҙәби әҫәрҙәре 100 йыл элек яҙылған булһа ла актуаллелеген бөгөнгө көндә лә юғалтмай. Ә шәхес булараҡ, халыҡтың тоғро улы булараҡ һаман күңелдә йәшәп килә. Киләсәктә лә шундай шәхестәр булыр тип ышанғыһы килә.
Инша:
“ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев ижадында
ер мәсьәләһе”
Башҡарыусы:Баҡалы 1- се урта мәктәбенең
11-се класс уҡыусыһы
Нәбиева Анжеликаның
ижади эше
Уҡытыусы: Дәүләтова Лениза Рәзит ҡыҙы
Баҡалы-2013й.
Достарыңызбен бөлісу: |